2030 йылға был күләмде 4 миллион квадрат метрға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Әле 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә. Ошо күрһәткес буйынса алдынғы ун төбәк рәтендәбеҙ. Алдағы йылдарҙа яңы финанс сығанаҡтар, республика программаһын ҡулланып күрһәткесте яҡшыртырға тейешбеҙ, тине ул.