Был турала социаль селтәрҙә баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итә. Эштәр сентябрь айында башланған, төҙөкләндереүгә 17 миллион һум аҡса тотонолған. Баҫҡыстың урта тирәһендә күҙәтеү майҙансығы урынлаша. Киләһе йыл яҡтыртҡыс ҡоролмалары ҡуйыу ҡарала. Бина 1900 йылда төҙөлгән, был урынға ҡала халҡы һәм туристар килергә ярата.