Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында иғлан итте. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияһын тиҙ арала башҡарыу мөһимлеген билдәләне. Тағы ла бер ҡарарҙарҙың береһе милли бейеү сәнғәтен һаҡлауға бәйле. Съезд барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-cы съезы ҡурай моңдарынан башланды. Быйыл милли сәнғәт өсөн көтөп алынған ваҡиға булды - Ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле төҙөлдө, 10 октябрҙең дә Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башланыуы - оло ҡаҙаныштарҙың береһе. Мәҙәниәттең сағыу өлгөһө - башҡорт бейеүе лә иғтибар үҙәгендә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров съезда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫеше һәм төбәктең социаль сәйәсәте өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ һуңғы биш йылда алдаҡ һам яла яғыуҙар аша үтергә тура килеүҙе лә билдәләп үтте. Милли сәйәсәт тураһында күрәләтә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт еткереүселәр булды. Әммә башҡорттоң берҙәмлеге киреһенсә көсәйҙе генә. Махсус хәрби операция башланыу менән айырыуса...

«Беҙ бергә һәм берҙәм булғанға халҡыбыҙ көслө һәм абруйлы»,- тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. Республикала йәшәүсе башҡорттарҙың иҫәбе артыуы ла ҡыуаныслы күренеш.

Һуңғы биш йылда республикала туған телде, мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Ваҡыт яңы һынауҙар ҡуя. Бөгөн башҡорттар йәнә, биш дауамында булғанса, Ватанға тоғро, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булған халыҡ булыуын иҫбатлай. Алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам дауам итәсәк.

Ҡатмарлы осорҙа халыҡ менән бергә булғаны өсөн ижади интеллегенцияға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайының 6-cы съезында ярты меңдән ашыу делегат ҡатнашты. Улар республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән, сит илдәрҙән дә килгәйне. Улар башҡорт теленең үҫеше һәм тарихы, мәғариф, тел мәсьәләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәрҙә лә ҡатнашты.

Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар ҙа бүленә. Быйыл 33 ойошма 50 млн һум алған, 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Съезда ҡатнашыусылар Республика милли архивында һаҡланған архив документтар менән дә таныша алды. Милләтебеҙҙең көсөн, берҙәмлеген күрһәткән күргәҙмә экспозициялары ла ойошторолғайны.

Гөлназ Хәйбуллина