Алғы һыҙыҡтағы батырҙар: Лиман йүнәлешендә «Град» комплексы эшмәкәрлеге


Яугирҙарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә лә нацистарға тынғылыҡ бирмәй. Унда «Башҡортостан» полкының Сергей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы «Град» реактив системаһынан дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата. Залп уты дрондар һәм контрһөжүмгә ҡарамай көндөҙ ҙә, төндә лә асыла. Хәрби расчет позициялар асыҡланмаһын өсөн атыу урынын алмаштырып бәрелештәр һыҙығын тағы ла алғараҡ күсерегә ярҙам итә. Реактивщиктар менән сираттағы заданиеға беҙҙең хәбәрселәр ҙә сыҡты. Айнур Кәбиров репортажы.

Яңы координаталар алыу менән яугирҙар хәрби заданиеға сыға. Юл ыңғайы командирҙар ҡайһы позициянан ут асыу уңайлыраҡ булыуын билдәләй. Тәғәйен урынға барып етеү менән расчет төҙәүгә тотона. Һынаулы ғына минуттар һәм реактив система снарядтар осороуға әҙер.

«Град» комплексының хәрби расчеты ғәҙәттә өс кешенән тора. Ләкин хәҙерге һуғыш үҙ ҡанундарын индерә. Реактив сиситеманы дрондарҙан һаҡлау өсөн өҫтәмә көстәр талап ителә.

Көбәкле артиллериянан айырмалы Град системаһына атыу урынында уҡ снарядтар тултырыу мөмкин түгел. Уларға кире көтөү позицияларына ҡайтырға кәрәк. Йыш хәрәкәт итеү ҡаршы яҡтың дрон разведкаһы иғтибарын йәлеп итә. Шуға күрә ситтән тороп эшләһәләр һә реактивщиктар һәр саҡ хәүеф аҫтында.

Ә йәшерен позициялар утыҙҙан ашыу, ти яҡташтарыбыҙ. Йыраҡ ара түгел, әммә ошо ғына арауыҡта ла ҡаһарманлыҡтар күрһәтелә. Күптән түгел генә егеттәр китеп барған машинаға магнитлы мина йәбешә. Ләкин яҡташтарбыҙ заданиены теүәл үтәй.

Башҡаса мөмкин түгел. Сөнки реактив батарея залпын алғы һыҙыҡта штурм төркөмдәре, бронетехника көтә. Еңеүгә табан барыусы яуҙаштарҙы бер нисек тә утлы ярҙамһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ, ти улар.

Айнур Кәбиров