Бөгөн республикала башҡорт теле көнө билдәләнә. Был байрам 2019 йылда булдырылып, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә тағы бер аҙым яһаны. Тел - халҡыбыҙҙың йөрәге, рухи хазинаһы. Тел аша беҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ. Башҡорт теле һәр саҡ яңғыраһын! Бөтәгеҙҙе лә байрам менән, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.