Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә мөрәжәғәт иткәндән һуң Ишембай районында йәшәүселәрҙең мәсьәләһе хәл ителгән. Биксән ауылы халҡы Радий Хәбировҡа Мәктәп урамындағы электр бағаналарына яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙы һорай. Урындағы хәкимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, Һайран ауылы советына ҡараған тораҡ пункттарҙа иҫке лампаларҙы алмаштырыу эше йылдам бара. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ҡырҡ фонарь ҡуйыу күҙаллана. Проблема Биксән ауылының Мәктәп урамында ла яҡын арала хәл ителәсәк.
Ишембай ҡалаһы халҡы республика башлығына Бульвар урамындағы 29-сы йорт эргәһендәге биләмәне тәртипкә килтереү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткәйне. Унда быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса эш ойошторолған һәм милекселәр фекеренсә, ул әле тамамланмаған. Граждандар төҙөлөш сүп-сарҙары сығарылмауына асыулана. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң, подрядсылар идарасы компания менән берлектә мәсьәләне хәл иткән. Шулай уҡ торлаҡ хужаларының фекерҙәрен иҫәпкә алып, ихатаны төҙөкләндереүҙе артабан тамамлау тураһында килешеү төҙөлгән.