Башҡортостандың йәш программистары 1 миллион һум отто


Бизнес өсөн һанлы продукттар әҙерләгән Егор һәм Богдан Глуховцевтар 1 миллион һум аҡса отҡан. Йәш программистар бындай ҡаҙанышҡа «Кибер-102» конкурсында өлгәшкән. Ярыш Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында ойошторолған.

Богдан Глуховцев Стәрлетамаҡ башҡорт лицей-интернатында уҡый. Программалау менән 3 йыл элек шөғөлләнә башлаған. Ҡустыһы менән бергә ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә медицина компанияһына тәҡдим ителгән программа яҙа. Хәҙер йәш программистар ойошма менән хеҙмәттәшлек итә алырлыҡ продукт өҫтөндә эшләй. Үҫмерҙәр заманса йүнәлеште аталарына ҡарап һайлаған. Сөнки ул да программист. Дизайнер, программист һәм менеджерҙарҙы бер майҙанға туплаған конкурс бизнес өсөн продукттар әҙерләү маҡсаты менән йыл һайын ойойшторола. Был ваҡиға Башҡортостандың IT-берләшмәһе өсөн мөһим һанала. Глуховцевтар быйылғы бәйгелә ышаныслы еңеү яуланы. Миллион һумдан тыш, улар ҙур медицина ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлегенә эйә булды.