Батырҙар халыҡ хәтерендә. Республика илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған геройҙарҙың исемдәре мәрмәр таҡтаташта һәм герой парталарында мәңгеләштерелә. Илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ хаҡында киләһе яҙмала.
«Герой партаһы»проекты 2018 йылдан алып тормошҡа ашырыла.Шаран районының Три Ключа ауылында герой парталары Борисовка ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Борисов һәм Яңы Тумбағош ауылынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Сәйетов хөрмәтенә асылды. Был парталар артында уҡыу алдынғылары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылары,конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре белем аласаҡ.
Илһөйәрлек сараһы Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназия-интеранатында ла уҙҙы. Мәғариф учреждениеһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илнур Ғөбәйҙуллин иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ асылды.Яугир Рәсәй Президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн вафатынан һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән.
Ғафури районының Бурлы ауылында Рәсәй Геройы, подполковник Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә тантаналы митинг үткәрелде. Фәрүәт Абдулла улы бер нисә тапҡыр ҡыҙыу нөктәләрҙә командировкала булып, хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Әммә 1995 йылдың ғинуар аҙағында, ҡамауға эләккән төркөмдөң сигенеүен ҡаплағанда, ауыр яралана. Рәсәй Президентының 1995 йылдың 25 авгусындағы указы менән төньяҡ-кавказ төбәгендә ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Фәрүәт Яҡуповҡа «Алтын Йондоҙ»миҙалы тапшырылып, Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Геройҙарыбыҙҙың исемдәре тыуған илебеҙ һәм Рәсәй тарихы йылъяҙмаһында лайыҡлы урын алып, ташҡа баҫтырылған.Яуҙа һәләк булған ватан һаҡсыларын хәртләмәй тороп, тереләрҙе яратыу мөмкин түгел.
Гүзәл Борханова