Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. «Баш ҡалаға тура поездар туҡтатылғандан һуң республика халҡы тик транзит транспорт менән файҙаланды. Был дөрөҫ түгел ине. Тура поезд өсөн Рәсәй тимер юлы һәм Федераль пассажир компанияһына рәхмәт белдерәм. Ул көн аралаш йөрөйәсәк. Өфөнән 9 сәғәт 20 минутта ҡуҙғала, Мәскәүгә иртәгәһенә 11 сәғәт 15 минутта барып етә. Маршрут Бөгөлмә, Нурлат, Дмитровград, Ульяновск, Инза, Рузаевка, Рязан ҡалалары аша үтә. Заманса поезд составында плацкарт һәм купе вагондар бар. Улар кондиционерҙар менән йыһзландырылған, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн урындар ҡаралған.