Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле башҡорт шағирәһе Әлфиә Әсәҙуллинаның «Кем булырға?» тип аталған китабының исем туйы үтте.
Ике телдә балалар өсөн нәшер ителгән яңы баҫма төрлө һөнәр эйәләре менән таныштыра. Бер үк ваҡытта хәүефһеҙлек сараларын да иҫтә тоторға өйрәтә. Исем туйында ҡайһы бер һөнәрҙәр балаларға сәхнәләштереп күрһәтелде. Яңы баҫма шулай уҡ мультимедиалы ҡушымта менән дә байытылған. Куар-код аша үтеп теге йәки был һөнәр менән яҡындан танышырға мөмкин. Яҙмаларҙа балалар үҙҙәре лә һөйләй.