Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тамашасыларына «Ҡарбабай һәм ҡояш» тип исемләнгән яңы йыл премьераһын тәҡдим итте. Тамаша ике йәштән өлкән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Спектаклдә тәүгә йәш актерҙар - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының драма бүлеген тамамлаусылар ҡатнаша. Премьера алдынан театрға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн яңы йыл байрамы ойошторолдо. Етеп килгән мөғжизәле байрам менән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм ҡурсаҡтар ҡотланы. Әйткәндәй, премьераны декабрь аҙағында башҡорт телендә лә ҡарарға мөмкин буласаҡ.