Мас-рестлинг буйынса донъя беренселегенән тулы комплект миҙалдар менән. Башҡорт спортсылары Бишкәктә үткән планетар старттарҙан еңеү менән ҡайтты. Был турнирҙа донъяның 22 иленән 211 спортсы ҡатнашҡан. «Алтын» миҙалды 70 килограмға тиклемге ауырлыҡта Ренат Бәҙретдинов яулаған. Михаил Ғөбәйҙуллин 85 килограмға тиклемге ауырлыҡта икенсе урында. Бронза наградаға 50 кмлограмға тиклемге ауырлыҡта Таһир Моталлапов лайыҡ булған.
Бишкәктәге ярыш башҡорт спортсыларының мас-рестлингта еңеүҙәр шәлкемен дауам итте. Ноябрҙә Өфөлә үткән Рәсәй беренселегендә башҡорт спортсылары 22 награда, шул иҫәптән биш алтын миҙал яулаған. Был ошо спорт төрө барлыҡҡа килгән Саха Яҡут Республикаһынан ҡала рекордлы күләм.