Башҡортостан трассаһында юғары тиҙлекле интернет барлыҡҡа килде

  Өфө-Белорет трассаһының Архангел-Инйәр участкаһында мобиль элемтә булдырылды. Шулай уҡ  Күлтабан, Терекле, Ҡурғаш, Уҫаҡлы, Ҡолмас ҡасабаларында бәйләнеш яҡшырҙы. Быйыл Белорет трассаһында 13 саҡрым юл ремонтланған. Уҙған йылда  26 саҡрым тәртипкә килтерелгән.