Мобилизацияланған хәрбиҙәр ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов һалдаттарға рәхмәт белдерҙе. “Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтәһегеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүегеҙҙе теләйем. Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ. Һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ!” - тине ул.