“Рыцарь” ҡушаматлы яугир тураһында “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә. Һалдат былтыр октябрҙә илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. “Беҙ хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәйбеҙ. Хәрби берләшмәгә яңы килеп ҡушылған ир-егеттәрҙе өйрәтәм. Ғәҙеллек беҙҙең яҡта! Бөтә яҡташтарымды Яңы йыл менән ҡотлайым”, - тип белдергән Рыцарь. Республика ир-егеттәре хәрбиҙәр сафына баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122 йәки 8 (347) 218-19-19. Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.