Киләһе йыл Башҡортостанда 5 миллиард һумға капиталь ремонт эштәре башҡарыла

Был суммаға 600-гә яҡын йорт төҙөкләндерелә, шул иҫәптән 231 күп фатирлы йортта 620 лифт алмаштырыла, тип белдерәләр Торлаҡ-коммуналь хужалығы  министрлығынан. Бынан тыш, республика ҡаҙнаһы  иҫәбенә 59 миллион һумға дәүләт ярҙамы күрһәтеү  ҡарала.