Халыҡты финанс пирамидаларға йәлеп иткәндәргә административ штраф һалына

Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Финанс пирамидаларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәттә енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әммә мутлашыусылар башҡа схемаларҙы файҙалана башлаған. Яңы ҡанун менән граждандарға — 50 мең, вазифа биләгәндәр һәм эшҡыуарҙарға — 100 мең, ойошмаларға 1 миллион һумға тиклем штраф индерелә.