Биш йыл эсендә Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслау бер ярым тапҡырға тиерлек артып, 119 миллиард һумға еткән. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышында белдерҙе.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республкикала ҙур һорау менән файҙаланған объекттар төҙөлә, заманса медицина ҡорамалдары һатып алына. Тармаҡты һанлаштырыуҙа лайыҡлы уңыштарға өлгәшелә. Беҙҙең клиникаларҙа алдынғы медицина технологиялары, ядро медицинаһы, яһалма интеллект индерелә. Юғары технологиялы хирургия операциялары яһала , - тине Радий Хәбиров.
Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары тормошҡа ашырыла. Төбәктә беренсел звеноны яңыртыу, ауылда медицинаны үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Киләсәккә төп бурыстар иҫәбендә - медицина инфраструктураһын артабан нығытыу. Шулай уҡ беренсел звеноны модернизациялауҙы дауам итеү, төпкөл ауылдарҙа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин итеү. Башҡортостан башлығы 2030 йылға бер генә иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейешлеген билдәнәне. Совет эшенең тағы бер йүнәлеше - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү.