Көйөргәҙе районының Молоканов ауылында янғын сыҡҡан


Бөгөн төндә Көйөргәҙе районының Молоканов ауылында янғын сыҡҡан. Ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәрҙә муниципалитет хакимиәте башлығы Юлай Ильясов хәбәр итә.

Ут төнгө беренсе яртылар тирһендә ағас йортта тоҡана. Торлаҡ тулыһынса емерелгән. Был ваҡытта өйҙә әсә һәм ете бәлиғ булмаған бала була. Бәхеткә күрә, ҡазаға тарыусылар ут эсенән үҙҙәре сығып өлгөрә. Көслө дауыл ваҡытында ауылда ут та, һыу ҙа, элемтә лә булмай.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уттың шәмдән сығыуы ихтимал. Әлегә ғаилә ваҡытлыса балаларҙың өләсәһендә урынлашҡан. Ғаилә башлығы - махсус хәрби операция яугиры, әммә уның тураһында октябрҙән алып хәбәр юҡ, - тип яҙған Юлай Талха улы. Хакимиәт башлығы шулай уҡ янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителеүе хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ зыян күреүселәргә кәрәк-яраҡ йыйыу ойошторолған.