Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа мәғлүмәт туплау һәм таратыу һорауҙары буйынса парламент ултырышы үтте


Белгестәр төбәктә фейк мәғлүмәт менән көрәш, киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеген көйләгән законды камиллаштырыу юлдарына туҡталды. Ҡатмарлы геосәйәси шарттар дәүерендә мәғлүмәт сығанаҡтары айырым әһәмиәткә эйә, шуға ла интернет, социаль селтәрҙәрҙә таратылған мәғлүмәткә бик иғтибарлы булырға кәрәк . Ялған мәғлүмәт, фейк таратыусы интернет сығанаҡтар киң мәғлүмәт саралары кеүек үк яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.