Мобилизацияланған ир-егеттәр ике аҙналыҡ ялда булған. Ошо ваҡытта улар Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән, туғандары менән күрешкән, һаулығын нығытҡан. Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке, улар алғы һыҙыҡтағы иптәштәре эргәһенә ашҡына.
Еңеүгә үҙ өлөшөн тыл да индерә. Яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр тупланған посылкалар ҙа әҙерләнгән. Республика фронтҡа аҙна һайын тиерлек гуманитар ярҙам ебәреп тора. Был турала Ирек Сәғитов та белдерҙе. Дәүләт эшмәкәре һалдаттарға мөрәжәғәт итеп, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.