Ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар Луганск госпиталендә 16 көн хеҙмәт итә. Ирекмәндәрҙе Совет майҙанында республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе тирмә» төбәк проектын ойоштороу тәҡдимен Башҡортостан башлығы ла хуплай. Ноябрь аҙағында алыҫ юлға сыҡҡан икенсе төркөм ирекмәндәре яу яланынан килтерелгән яралыларҙы йыуындырыу, ашатыу, төрлө медицина тикшереүҙәренә йөрөтөү, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләү, хатта сәс алыу кеүек бик күп эш башҡара. Хәрбиҙәр менән аралашып, йөрәк йылыларын бүлешә. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә була. Әле Башҡортостанға ҡайтҡан отрядты яңы төркөм алмаштырҙы.