Ылауҙа күсмә мунсалар, квадрокоптерҙар, тепловизор, рация, бензобысҡы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Райондың ирекмәндәр ойошмаһы яҡташтарыбыҙ өсөн фронтҡа окоп шәмдәре, йылы кейем, күстәнәстәр әҙерләгән. Ә балалар яҙған йылы хаттар яугирҙар рухын нығытыр, тигән ышаныста ирекмәндәр. Район башлығы Гүзәл Насирова гуманитар конвойҙы оҙатып барып, мандарин һәм ҡаҙ кеүек яңы йыл бүләктәрен яугирҙарға үҙ ҡулы менән тапшырасаҡ. Йәмғеһе 10 тонна тирәһе гуманитар ылау тупланған.