Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндерөү тарихы, уны реставрациалау ваҡытлымы, юҡмы? «Мин ҡайтырмын» документаль фильмы авторҙары ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя. Уны БСТ телеканалы «Самрау» фонды менән берлектә әҙерләй. Фильм Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә. БЮТ хәбәрсеһе Розалиә Ҡунысбаева дауам итә.
Өфөгә килеүселәрҙе алыҫтан уҡ Салауат Юлаев һәйкәле сәләмләй. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған. Башҡортостанда урамдар, ҡала, район, хоккей командаһы уның исеме менән аталған. Милли геройыбыҙға һәйкәл - республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ биҙәге, айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Шуға ла һәйкәл яҙмышы бар республика халҡын борсой.
1967 йылда ҡуйылған һәйкәл бөгөн ниндәй хәлдә? Төҙөкләндереү эштәрен ни өсөн оҙаҡҡа һуҙырға ярамай? ”Мин ҡайтырмын» документаль фильмы авторҙары факттарға, етди тикшереүҙәргә нигеҙләнеп ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Әле монтаж эштәре тамамланыу алдында. Тамашасыларҙы Салауат Юлаев, исемдәре Башҡортостанға бәйле геройҙар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҙа көтә.
С.Ю ролен билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара. Уның быға тиклем дә милли геройыбыҙҙы һынландырыуы билдәле. Эльбрус Хәмит улы 20 йыл элек «Мин үлмәнем, башҡорттар!» фильмында Салауат ролен уйнаған.
Һуңғы ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү тирәләй төрлө уйҙырмалар күбәйҙе. Фильм авторҙары ярты йыл дауамында Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан белгестәре менән аралашып күп сетерекле һорауҙарға яуап таба. Иң мөһиме бар эштәр ҙә законға ярашлы алып барыласаҡ.
«Фильм төшөрөү - еңел эш түгел. Һәйкәлдең эсенә, уның бейеклегенә күтәрелеп төшөрөү өсөн генә лә 10-ға яҡын рөхсәт алдыҡ, һауа шарттарының да беҙҙең идеяны асыуға тура килеүе мөһим», ти фильмдың авторы Гәүһәр Батталова.
Тиҙҙән «Мин ҡайтырмын” документаль фильмы киң тамашасыға тәҡдим ителәсәк. Унда һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап табыр тип ышанабыҙ. Милли геройыбыҙға ҡуйылған һәйкәлдең төҙөкләндерелеп ҡасан үҙ урынына ҡайтыуын белергә теләһәгеҙ БСТ телеканалындағы фильм премьераһынан ситтә ҡалмағыҙ.
Р.Ҡунысбаева