Милли колоритлы өс үлсәмле наклейкалар. Ауырғазы районында башҡорт һүрәттәре, ҡанатлы һүҙҙәр һәм республика район-ҡалаларын менән тәүге 3d стикерҙар етештерелә башланы. Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар уларҙы теләп һатып ала. Ҙур мәғәнә һалынған бәләкәй
Эльмира Ибраҡова - филолог, шулай уҡ кондитер һөнәрен дә үҙләштергән. Һүрәтле имбир перәниктәр менән ҡыҙыҡһынған замандашыбыҙ, күптән түгел үҙе өсөн яңы шөғөл асҡан. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен пропагандалауға йүнәлтелгән. Ябай, әммә тәрән мәғәнәгә эйә стикерҙар йәштәр араһында ла ҡыҙыҡһыныу уята.
Эпоксид ыҫмаланан эшләнгән наклейкалар үҙенсәлекле аралашыу сараһы ла булып тора. Шулай уҡ һәр кемдең шәхси сағылыш өлгөһө лә. Бер стикер ярҙамында ғына бик күп нәмә тураһында һөйләргә мөмкин.
Бөгөн Эльмира Ибраҡова мең ярымдан ашыу стикер, магниттар әҙерләп өлгөргән. Корпоратив заказдарҙы ла уңышлы үтәй. Халыҡ та яңылыҡты йылы ҡабул итеп, үҙҙәре лә йүнселгә тәҡдимдәр бирә. Ә ул башҡорт этникаһы үҫешенең яңы кимәле булып тора.
Азат Ғәлиуллин