Хәйриә сараһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм профсоюз ағзалары балалары, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнәүселәр саҡырылғайны. Ҡыш бабай 600-ҙән ашыу балаға бүләк таратты. Профсоюз шыршыһы тәүгә ойошторолмай. Быйыл кескәйҙәр иғтибарына Стәрлетамаҡ концерт-театраль берләшмәһе артистары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Әйткәндәй, байрамға профсоюздар федерацияһы иғлан иткән «Иң яҡшы Яңы йыл уйынсығы» конкурсы еңеүселәре лә саҡырылғайны.