Башҡортостанда иркенән мәрхүм ителгән граждандар иреккә сыҡҡас пробация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала

Өфөлә асылған үҙәк ауыр хәлдә ҡалған, йәшәү урыны булмаған, туғандарын юғалтҡан шәхестәр өсөн ҡаралған. Бында улар 11 ай бушлай йәшәй ала, пробация үҙәге уларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итергә әҙер. Үҙәктә йоҡо, аш бүлмәһе, йыуынырға урын бар. Рәсми мәғлүмәткә ярашлы һуңғы өс йылда иреккә сыҡҡан 136 кешенең йәшәр урыны бөтөнләй юҡ. 368 кеше эшкә урынлаштырыуға мохтаж. Дөйөм алғанда, енәйәт-башҡарыу инспекцияларында 7 меңгә яҡын эшкә урынлашмаған кеше иҫәптә тора. Пробация үҙәге ярҙамында йәмәғәт тормошона яраҡлаштырылғанда хоҡуҡ боҙоусыларға яңы тормош башлап, ғаилә ҡороуы күпкә еңелерәк булыр тип күҙаллана.