Республикала импортты алмаштырыусы инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостан Хөкүмәте “Октябрьскхиммаш” йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Компания һалҡын деформация алымы менән бәләкәй диаметрлы торбалар етештерергә ниәтләй.  Предприятие Октябрьский ҡалаһында урынлаша. Инвестициялар күләме 311 миллион һумға баһалана,  30 эш урыны булдырыла. Киләһе йылда производствоны асыу күҙаллана.