Башҡортостан халҡы Рәсәй президентына һорау бирә ала

Иртәгә Владимир Путин тура эфирҙа матбуғат конференцияһы уҙғара, йылға йомғаҡ яһай. Дәүләт башлығы шулай уҡ халыҡ һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. Мөрәжәғәттәрҙе москва һыҙыҡ путину нөктә ру сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, мобиль ҡушымта ярҙамында ҡалдырырға мөмкин.

“Был конференция ил менән генә аралашыу, үҙ проблемаларыңды барлап, уларҙы хәл итеү юлдарын күҙаллау ғына түгел, коллектив көнсығышҡа киҫәтеү ҙә булып торасаҡ тип әйтергә була”,- тигән фекерҙә Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл халыҡ һорауҙарын эшкәртеүҙә яһалма интеллект ҡулланыла. Был мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡытын тиҙләтә. Рәсәй президенты менән йыл йомғаҡтары һәм матбуғат конференцияһы берләштерелгән форматта үтә.