Бушлай прибор Благовещен районы Ильина Поляна ауылда йәшәүсе Гундеровтар ғаиләһенә тапшырылды.
Пилот проект республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Программа буйынса яҡшыртылған ҡоролма менән һуҡыр, һаңғырау, түшәктә ятҡан инвалидтар тәьмин ителә. Ғәҙәти датчиктан айырмалы рәүештә, ул ғәҙәттән тыш хәл осрағында сигналды бер юлы дүрт адресҡа: ашығыс хеҙмәттәргә, туғандарға, опека органдарына һәм ауыл биләмәһенә тапшыра. Шулай итеп граждандарҙың янғындан ҡотолоу мөмкинлеге арта. Пилот проект Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондарын үҙ эсенә ала. Был төбәктәрҙә 1300 - ҙән ашыу яңғыҙ кеше йәшәй, һәм һәр секунд хәл иткес булғанда, был бәләкәй прибор - алмаштырғыһыҙ ярҙамсы.