Өфөнөң этнология һәм этнография музейында Алтын Урҙа дәүеренә арналған күргәҙмә асылды

Рәсәй фәндәр академияһының төбәк ғилми үҙәге коллективы XIV быуат башы һәм урталарындағы артефакт менән таныштыра. Табылған ҡомартҡылар араһында көнкүреш, металл әйберҙәр һәм ҡоралдарҙы күрергә мөмкин. Ғилми эштәр ғалимдарҙың Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән Өфө эргәһендәге Подымалов ауылы биләмәһендә алып барылған ете йыллыҡ хеҙмәт емеше. Экспонаттар араһында Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында табылғаны айырым урын биләй. Рун һәм ғәрәп графикаһында яҙылған таш беренсе тапҡыр киң тамашасыға сығарылды. Тарихсылар археологик ҡаҙыныу эштәре барышында йәмғеһе алты меңдән ашыу әйбер тапҡан.