Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды. Алдараҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов боҙ ҡаласығын төҙөүгә тәғәйенләнгән аҡсаны янғындан зыян күргән ғаиләгә йүнәлтергә тәҡдим итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 декабргә ҡарай төндә Молоканов ауылында ишле ғаиләнең йортонда янғын сыға. Был ваҡытта йортта бәлиғ булмаған ете бала һәм уларҙың әсәһе була. Бәхеткә күрә, ҡазаға тарыусылар ут эсенән үҙҙәре сығып өлгөрә. Ғаилә башлығы - махсус хәрби операция яугиры. Хакимиәт башлығы янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу иғлан итте, ул шулай уҡ район үҙәгендәге боҙ ҡаласығы өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны ғаиләгә йорт төҙөүгә йүнәлтергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы янғындан зыян күреүсе ғаиләне яңғыҙ, ә район үҙәгендә йәшәүселәрҙе байрамса биҙәлгән майҙанһыҙ ҡалдырмаясағын белдерҙе.