Тәтешле районында «Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайыры көнө үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университенының «Башҡорт фольклоры» ғилми-тикшеренеү үҙәге башланғысында ул өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла. Быйыл ул тәүге тапҡыр тәжрибә нигеҙендә районға сыҡты.

Мәҙәни сарала Тәтешле, Борай һәм Балтас районы мәктәптәренән өс тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләп кенә ҡалманы, ҡайһы бер өҙөктәрҙе сәхнәләштереп тә күрһәтте. Шулай уҡ балалар ҡобайырҙы тасуири һөйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә сығыш яһаны. Ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.