Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Көнсығыш сығыу юлында түләүһеҙ йөрөй ала

Башҡортостан хөкүмәтенән ошо турала белдерәләр.  Льгота алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Көнсығыш юлы” реестрында мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк. “Хәрби бәрелештәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, шулай уҡ уларҙы йөрөтөүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре,  Ростгвардия яугирҙары юл хаҡын түләүҙән бушатыла.  Газ-мотор яғыулығы менән эшләгән машиналарға трассанан үтеүгә 50 процент ташлама яһала”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы  Любовь Минакова. Бөгөндән Күп функциялы үҙәктә лә льготаға ғариза тапшырырға була.