Илдә яңы ғәскәр төрө булдырыла

Ул пилотһыҙ осоу аппараттары системаһы менән эш итеүселәрҙе берләштерә. Ойоштороу эштәрен киләһе йылда тамамлау ҡарала. Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов ведомство коллегияһы ултырышы барышында ошо турала белдерҙе. Хәрби бәрелештәрҙә пилотһыҙ осҡостарҙы күпләп ҡулланыу - берләшмәләр өсөн бик мөһим. Андрей Белоусов әйтеүенсә, быйыл ғәскәрҙәрҙе дрондар менән тәьмин итеү 23 тапҡыр артҡан. Беҙҙең республика ай һайын алғы һыҙыҡҡа 500 пилотһыҙ осҡос ебәрә. “Был эш артабан да дауам итә”, - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында.