Республикала яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыу сикләнә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3, 4, 5 ғинуарҙа магазиндарҙа киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға тиклем хәмер алып булмай. 6 ғинуарҙа 17 сәғәттән төнгө 11-гә тиклем араҡы һатыу тыйыла. Сикләүҙәр кафе һәм ресторандарға ҡағылмай.