Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, тағы 5 миллион ғаиләгә ярҙам итеү мөмкинлеге була. Әсәлек капиталы индексацияланасаҡ. Киләһе йылдың февраленән беренсе бала өсөн сертификат 676 мең һумға еткерелә. Икенсе бала өсөн тағы 217 мең һум өҫтәлә. Программа 2007 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 14 миллиондан ашыу сертификат бирелгән.