Башҡортостанда ике кластер Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында теркәлде

Алюминий кластеры 15 предприятиены берләштерә. Улар араһында Мәләүездәге "Алрокс РБ" компанияһы бар. Шулай уҡ федераль реестрға авиация һәм пилотһыҙ осоу системалары кластеры ҡушылды, тип яҙа социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров. Кластерға берләшкән предприятиелар яңы баҙарға сыға, улар бергә төрлө тауар һәм хеҙмәттәр етештерә ала. Был инвестиция йәлеп итеү, эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирә.