Был турала Хөкүмәт бойороғо бар. Уға ярашлы, трактор тоташтырыусы, һабандар 1 февралгә, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары 20 мартҡа, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан тракторҙар, тағылма, ашламалар таратыусы, һиптереүсе техника 1 апрелгә, үҙйөрөшлө сапҡыс - 20 майға, иген йыйыу комбайндары 1 июлгә әҙер булырға тейеш. Быйыл республикала 10 миллиард һумға яҡын аҡсаға 277 трактор, 151 комбайн, 420-нән ашыу тағылма ҡорамалдар һатып алынған.