Быйыл мәғариф өлкәһендә ил хөкүмәте премиялары өсөн 8 миллион һум ҡаралған. Фән һәм техника өлкәһендәге эштәр өсөн 10 миллион бүленгән. Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле документҡа ҡул ҡуйған. Быға тиклем Башҡортостандың йәш ғалимдарға ярҙам буйынса төбәктәр рейтингында беренсе урын алыуы тураһында хәбәр ителде.