Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы тәғәйенләүҙәр: вице-премьерҙар составы раҫланды


Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бөгөнгө пленар ултырышта Башҡортостан башлығына республика хөкүмәте вице-премьерҙарын тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе. Уға ярашлы, Рөстәм Моратов премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнәсәк. Шулай уҡ Хөкүмәттә беренсе вице-премьер рангында Урал Килсенбаев эшләйәсәк.

Премьер-министр урынбаҫары - Хөкүмәт аппараты етәксеһе итеп Азамат Абдрахманов тәғәйенләнә. Вице-премьерҙар рәтендә Илшат Фәзрахманов һәм Александр Шельдяев эшен дауам итәсәк, улар ауыл хужалығы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтарын етәкләүен дауам итәсәк. Вице-премьер вазифаһын Ирек Сәғитов та һаҡлап ҡалды. Премьер-министр урынбаҫарҙары араһында яңы кеше лә бар. Ул Стәрлетамаҡтың элекке мэры Рөстәм Ғәзизов. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәҙер хөкүмәттә вице-премьер статусында эшләйәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙенең указдары менән республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьерҙары һәм вице-премьерҙары кандидатураларын раҫланы.