Төп финанс документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында раҫланды. Бынан тыш, Парламент депутаттары ҡарамағына 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ сығарылды. Төп яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Төп финанс документ әҙер. Башҡортостан бюджетының килем өлөшө 337, сығымдары 341 миллиард һум булыр тип көтөлә. Ҡаҙнаға инәсәк аҡса ла, тотоноласағы ла 13,8 миллиард һумға артҡан. Һалым һәм һалым булмаған килемдәр 1,2 миллиард һумға күбәйгән. Был тәү сиратта юл фондына ҡағыла. Федераль ҡаҙнанан килгән финанс ярҙам, субсидиялар үҫкән.
2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. Парламент ҡарамағына сығарылған закон проекттары араһында ошо категория граждандарын яҡлауға йүнәлтелгән ҡануни документтар байтаҡ.
Тағы ла бер закон проекты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе ҡабул итеү буйынса, был ҡануни документ та эшмәкәрлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереүгә контролде көсәйтеү, бушлай юридик ярҙам, Балыҡсылыҡ һәм һыу ресурстарын һаҡлау буйынса закон проекттарын билдәләп үтергә мөмкин. Мәҫәлән, һуңғы ҡануни документ буйынса дәүләт инспекторҙарына мотлаҡ дәүләт страховкаһы ҡарала.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы һуңғы пленар ултырышында 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Әммә иң мөһим закон проекты ул киләһе йылдың бюджеты хаҡында, төп финанс документ 4 миллиард һум дефицит менән ҡабул ителә. Әммә эксперттар фекеренсә социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ, ҡаҙнаны тулыландырыу сығанаҡтары ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова