Өфө художество галереяһында яңы күргәҙмә. Был юлы экспозицияға Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләре - картиналар һәм скульптуралар сығарылды. «Традицияларҙың мең төҫө» тип исемләнгән күргәҙмәлә төрлө техникала башҡарылған һәм бер нисә стилдә биҙәлгән һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен күрергә мөмкин. Тәжрибәле оҫталарҙан тыш, галерея залдарына Башҡортостан рәссамдар союзы ҡарамағындағы Йәш рәссамдар берлеге ағзалары эштәре лә сығарылды.
Йылдағыса йомғаҡлау күргәҙмәһе уртаҡ теманы берләштерә. Быйылғыһы Ғаилә йылына арналған. Экспозиция авторҙары араһында ғаилә парҙары ла бар. Гөлшат менән Илдус Закировтарҙың исеме һынлы сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Күргәҙмә ғинуар аҙағына тиклем эшләй.