Илдә демография үҫешенә иғтибар арта

Рәсәй президенты губернаторҙарҙы эш көнөн демографияға ярҙам мәсьәләләре менән башларға һәм тамамларға саҡырҙы. Был турала Владимир Путин тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Президент балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн 10 миллиондан ашыу балаға һәм 300 меңгә яҡын ауырлы ҡатын-ҡыҙға төрлө пособие түләнә. Шул иҫәптән, беренсе һәм икенсе бала тыуғанда - әсәлек капиталы.