Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән даими аралаша

Һалдаттар уға сувенирҙар, шеврондар, ҡорал тапшыра. Яңыраҡ Тымыҡ океан флотының 155-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһы хәрби байраҡтарының күсермәһен ебәргән. Ил Президенты ҡыйыу ир-егеттәргә рәхмәт белдерҙе. “Беҙҙең яугирҙар барыһы ла батырҙарса алыша”, - тине Владимир Путин тура бәйләнеш барышында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй Президенты яугирҙар фронттан ҡайтмайынса бәхетле була алмайым, демография ла тотороҡланмаясаҡ, башҡа пландар ҙа тормошҡа ашмаясаҡ, тип белдерҙе.  “Владимир Путин илдәге социаль-иҡтисади үҫеште контролдә тота. Тура бәйләнеш барышында халыҡ күңелендә өмөт уятҡан яңылыҡтар әйтелде. Махсус хәрби операция темаһына ҙур урын бирелде”, - ти республика парламенты депутаты, хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Владимир Путин менән тура бәйләнеш 4 сәғәттән ашыу барҙы. Дәүләт етәксеһе тура бәйләнеш аҙағында илдә йәшәүселәрҙе яҡындарына күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы. Халыҡҡа уңыш, бәхет һәм именлек теләне.