Илдә миграцияға бәйле мәсьәләләр киҫкен ҡала

Рәсәй Президенты тура бәйләнеш барышында шулай тип белдерҙе. Владимир Путин фекеренсә, мигранттар һанын кәметеү өсөн етештереү күләмен арттырыу мөһим. Хоҡуҡ һаҡлау органдары сит илдән килгәндәрҙең урындағы закондарҙы үтәүен тикшерергә тейеш. Эске эштәр министрлығы миграция буйынса эште көсәйтергә бурыслы, тине Рәсәй президенты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2016 йылдың 5 апрелендә Владимир Путиндың указы буйынса Федераль миграция хеҙмәте ябылды. Уның бурыстары Эске эштәр министрлығының  миграция мәсьәләләре буйынса баш идаралығына йөкмәтелде.