Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк менән өс фура оҙатылды. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов хәбәр итеүенсә, хәрбиҙәргә биш мунса, УАЗ машиналары, генераторҙар, бысҡы, төҙөлөш кәрәк яраҡтары, медицина препараттары, йылы кейем, аҙыҡ-түлек алып барыла. - Беҙҙең яугирҙар ярҙамға мохтаж, был эште даими алып барырға кәрәк, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә.