Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы барышында күренекле скульптор Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы тапшырылды. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина яҙмаһы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПремия 4 номинация буйынса бирелә. Автор, мәғрифәтсе, остаз, ойоштороусы. Йәмәғәт наградаһына быйыл 10 кеше лайыҡ булды.
Тантаналы сарала Сосланбәк Тавасиевтың ейәне - рәссам Ростан Тавасиев ҡатнашты.
“Республика һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткән шәхестәрҙе билдәләү мөһим”, тигән фекерҙә республика хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Сосланбәк Тавасиев премияһы беҙҙе яңы эштәргә, яңы бейеклектәргә әйҙәй, тип белдерҙе бүләкләнеүселәр.
6-сы съезд барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре билдәләнде. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова яңы мөҙәтткә Президиум рәйесе итеп һайланды. Башҡарма комитетты Юлдаш Йосопов етәкләй.