Башҡорттар Өфөлә ҙур ҡорға йыйылды

  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Йыйын делегаттары һәм ҡунаҡтары менән хәбәрсебеҙ Динара  Сафина аралашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ханты-Манси автономиялы округында 30 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәй. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән 15-тән ашыу башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Югра башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлсирә Әбдрәшитова съезд барышында сит төбәктәрҙә балаларҙы туған телдә уҡытыу буйынса махсус программа индерергә тәҡдим итте.

“Башҡортса һөйләшеү модала, туған телде өйрәнеүҙе заманға яраҡлаштырырға кәрәк”, тигән фекерҙә Ҡазан ҡалаһының “Башҡорт йорто” йәмғиәте рәйесе Фирҙәүес Бәширова.

“Башҡортостан менән даими бәйләнештә торабыҙ, Студенттарыбыҙ юғары уҡыу йорттарында белем ала”, ти  Ҡырғыҙстан делегаты, татар-башҡорт ойошмаһы етәксеһе Гөлсинә Үлмәҫҡолова.

Ырымбур өлкәһендә башҡорт телен уҡытыу буйынса 13 йәкшәмбе мәктәбе эшләй. “Туған телде балалар ихлас өйрәнә, тик кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора”, ти Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Йәғәфәр Яманһарин.

Йыйын барышында һәр кем эшлекле тәҡдимдәрен индерә ала. Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ башҡорт телен, мәҙәниәтте үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Улар фекеренсә, балаларҙа халыҡбыҙҙың йыр-моңо аша туған телгә һөйөү тәрбиәләргә була.

 Динара Сафина, Юлдаш радиоһы