Рәсәйҙә Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә


Бөгөн Рәсәйҙә Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Башҡортостан башлығы махсус хеҙмәттәрҙең ил именлеге һәм мөстәҡиллеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнауын билдәләне. Офицерҙарға ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ идаралыҡ етәксеһе Игорь Кочнев мөрәжәғәт итте.

Радий Хәбиров менән Игорь Кочнев идаралыҡтың оператив эштә ҙур һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм республиканың юғары наградаларын тапшырҙы. Орден-миҙалдар һәм маҡтау грамоталарына улар ил именлеген тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды. Идаралыҡ ветерандары белдереүенсә, йәш быуын атай-олатайҙар эшен лайыҡлы дауам итә.